bu alemi gören sensin [Bashkir translation]
bu alemi gören sensin [Bashkir translation]
Был донъяны күргәне һинһең,
Күҙҙәреңдә пәрҙә юҡ һинең. 1
Хаҡһыҙҙарға юл биргәне һинһең,
Юҡмы бында ғәйебен һинең?
Был донъяны күргәне һинһең.
Йыһанды һин барлыҡҡа килтерҙең,
Бөтә нәмәне юҡтан бар иттең,
Мине шәрә көйө тышҡа ырғыттың,
Ҡайҙа йомартлығың һинең?
Был донъяны күргәне һинһең.
Әҙәмде ҡыуҙың, бер ҙә ҡарамайынса,
Ожмахта ҡалдырманың.
Шайтанды ниңә яндырманың,
Тамуғын да бар һинең.
Был донъяны күргәне һинһең.
Вейсель, ниңә аңлай алмайһың?
Телеңде ниңә туҡтата алмайһың?
Ҡулдар тотмай, күҙҙәр күрмәй,
Был сәйер сер ҙә һинең.
Был донъяны күргәне һинһең.
1. Был йыр Ашик Вейсель исемле һуҡыр төрөк cәсән тарафындан яҙылған
- Artist:Mezarkabul
See more